Мәскәү: Рәсәй Библия йәмғиәте; Изге Яҙманы тәржемә итеү институты, 2023. — 1566 б.: географик карталар.
Москва: Институт перевода Библии, Российское Библейское Общество, 2023. — 1566 с.: геогр. карты.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға Изге Яҙманың (Библияның) башҡорт телендә нәшер ителгән тулы йыйынтығын тәҡдим итәбеҙ. 66 үҙ аллы китаптан торған был Изге Яҙма грек телендә Biblia (китаптар) тип атала. Изге Яҙма ике ҙур бүлеккә: Тәүрат, Зәбүр, пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларын, шиғри һәм ғибрәтле һүҙҙәр китаптарын үҙ эсенә алған Иҫке Ғәһедкә һәм дүрт «Һөйөнөслө Хәбәр» китабынан, Ғайсаның шәкерттәренең хаттарынан торған Яңы Ғәһедкә (ул уҡыусыларға Инжил исеме менән дә билдәле) бүленә. Иҫке Ғәһедте тәшкил иткән 39 китап, күп кенә ғалимдар фекеренсә, беҙҙең эраға тиклем XV быуатта яҙыла башлап, яҡынса бер мең йыл дауам иткән. Был китаптар боронғо йәһүд һәм өлөшләтә арами телендә яҙылған. Йыйынтыҡҡа еврей халҡының тарихы, дини ҡанундары һәм Исраил йәмғиәтенең тәртиптәре, Алланы данлаған йыр-шиғырҙар, доғалар, фәлсәфәүи уйланыуҙар, пәйғәмбәрлек ҡылыуҙар һәм башҡа күп нәмәләр ингән. Тәүге биш китапты Тәүрат тип атайҙар. Ул «Муса пәйғәмбәрҙең биш китабы» исеме менән дә билдәле, сөнки Муса боронғо еврейҙар тормошонда Алла һәм Уның халҡы араһында аралашсы булараҡ мөһим роль уйнай. Артабан Раббы исраилдарға биргән ерҙә уларҙың тормошо, батшаларының уңыштары һәм еңелеүҙәре тураһында бәйән ителә. Унан Алланы данларға һәм зирәк аҡылға эйә булырға өйрәткән Зәбүр һәм башҡа шиғри китаптар урын алған. Иҫке Ғәһед Алла һүҙен халыҡҡа еткергән һәм Уға тоғролоҡ һаҡларға саҡырған пәйғәмбәрҙәр китаптары менән тамамлана.