Зарегистрироваться
Восстановить пароль
FAQ по входу

Кейекбаев Жәлил. Ғилми хеҙмәттәр һәм һайланма әҫәрҙәр йыйынтығы. II том

  • Файл формата zip
  • размером 924,26 КБ
  • содержит документ формата doc
Кейекбаев Жәлил. Ғилми хеҙмәттәр һәм һайланма әҫәрҙәр йыйынтығы. II том
Өфө: Китап, 2014. — 260 бит. — ISBN: 9785295059391 (т. II).
Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы.
Хәҙерге башҡорт теленең һүҙ байлығын төрлө күҙлектән бөтөн бер система рәүешендә ҡарап өйрәнеүҙә был китап — беренсе тәжрибә. Башҡорт теленең һүҙ байлығы (лексикаһы) фәнни-теоретик яҡтан быға тиклем дә өйрәнелде. Октябрь революцияһынан элек һәм унан һуң баҫылып сыҡҡан төрлө типтағы һүҙлектәрҙе иҫәпкә алмағанда (был турала ошо китаптың «Лексикография» бүлеген ҡарағыҙ, 239 —273-сө биттәр), башҡорт теленең лексикаһын фәнни-теоретик яҡтан өйрәнеүҙе 1929—1930 йылдарҙа проф. Н.К. Дмитриев башланы. 1930 йылда ул «Башҡорт телендә ғәрәп элементтәре» тигән мәҡәләһен баҫтырып сығарҙы. Унан аҙаҡ Н. К. Дмитриевтең «Башҡорт телендә рус теленән алынған һүҙҙәр», «Башҡорт телендә варваризмдәр», «Рус-башҡорт телдәренең бәйләнеше» тигән мәҡәләләре баҫылып сыҡты. Башҡорт теленең лексикаһына арналған был хеҙмәттәре уның «Строй тюркских языков» тигән бер томлыҡ һайланма хеҙмәттәрендә яңынан баҫылған.
  • Чтобы скачать этот файл зарегистрируйтесь и/или войдите на сайт используя форму сверху.
  • Регистрация